Абдулгафарова

Ҡәҙерле һеңлебеҙ Абдулғәфәрова Гөлсирә Булат ҡыҙы 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Тормош уға ике биш билдәһе ҡуйҙы! Гөлсирә Булат ҡыҙы Белорет районының Әзекәй ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Межгорье ҡалаһында йәшәй. Хәләле Самат менән 36 йыл бергә тиң, татыу, бер һүҙле, мөхәббәтле тормош көтә. Улар улдары Фәнилде уҡытып, ҙур тормош юлына баҫтырҙы. Ҡәҙерлебеҙ, тыуған көнөн менән! Иң изге теләктәр менән апайың Гөлсәсәк, еҙнәң Булат һәм дә Алик, Диана, Адель, Малик, киленең Венера.

Иң яҡыным, иң ҡәҙерлем,
Һеңлем минең, һин генәһең.
Йөҙөң нурлы, йәнең йырлы,
Туғанҡайым, бер генәһең.
Телдәреңдән бал тамғандай
Татлы ғына, йомшаҡ ҡына.
Бер-бер(е)беҙгә беҙ кәрәкбеҙ,
Уй-тойғолар уртаҡ ҡына.
Татыу, берҙәм булғанғалыр
Йәшәүҙәре үҙе бәхет.
Бәхетлемен , рәхмәтлемен,
Һеңлең булыу ниндәй рәхәт.
Бергә-бергә һөйөнгәндә
Шатлыҡтарым арта күпкә.
Бүлешкәнгә һинең менән
Ҡайғыларҙан ҡалмай сүп тә.
Иң яҡыным, иң ҡәҙерлем,
Һеңлем минең, һин генәһең.
Йөҙөң нурлы, йәнең йырлы,
Туғанҡайым, бер генәһең.

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *