Ынйы ҡарлы ҡыштың ҡояшлы көндәренең береһендә беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған кешебеҙ – Белорет ҡалаһында йәшәүсе апайыбыҙ, һеңлебеҙ, инәйебеҙ Кәримова Мәғәрифә Йосоп ҡыҙы 65 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ! Беҙ һинән көс һәм илһам алабыҙ. Бар мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып, йышыраҡ һинең янға килергә ашығабыҙ. Һин беҙҙе һәр ваҡыт нурлы йөҙөң, телеңде йоторлоҡ ризыҡтарың менән ҡаршы алаһың, йөрәгең тулы наҙыңды беҙгә өләшәһең, хәстәрлекле кәңәштәреңде бирәһең. Һинең изге күңелең, шат йөҙөң беҙҙең тормошобоҙҙо маяҡ булып яҡтыртып тора.
Тыуған көнөң ҡотло булһын, һаулығың – ныҡ, ғүмерең оҙон һәм бәхетле булһын. Иҫән-һау ғына булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Иң изге теләктәр менән: Ғәлләм ағайың менән Хәлимә еңгәң, Ғәлиә еңгәң, Самат ҡустың менән Гөлсирә киленең, Мәхүбә һеңлең.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ һәм дә сәләмәтлек
Юлдаш булһын тормош күгендә.
![КАГАПОВ Ильгиз Галеевич С любовью 22 февраля.mp4_snapshot_00.45_[2023.02.22_14.19.40]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2023/02/S-lyubovyu-22-fevralya.mp4_snapshot_00.45_2023.02.22_14.19.40-150x150.jpg)

![МУХАМЕТГАЛИНА Ильмира Касимовна С любовью 29 марта.mp4_snapshot_00.33_[2025.03.29_15.18.07]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2025/03/S-lyubovyu-29-marta.mp4_snapshot_00.33_2025.03.29_15.18.07-150x150.jpg)
![КАГАПОВА Адиба Галиповна Вспомним 10 декабря.mp4_snapshot_00.37_[2024.12.10_14.52.44]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2024/12/Vspomnim-10-dekabrya.mp4_snapshot_00.37_2024.12.10_14.52.44-150x150.jpg)
![ГАРИПОВА Айгуль Файзулловна С любовью 21 сентября.mp4_snapshot_00.42_[2023.09.21_13.59.06]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2023/09/S-lyubovyu-21-sentyabrya.mp4_snapshot_00.42_2023.09.21_13.59.06-150x150.jpg)
![Флида Фаткулловна С любовью 2 апреля.mp4_snapshot_00.37_[2023.04.02_14.45.09]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2023/04/S-lyubovyu-2-aprelya.mp4_snapshot_00.37_2023.04.02_14.45.09-150x150.jpg)
![КАЗИНА С любовью 4 июля.mp4_snapshot_00.54_[2025.07.04_14.52.18]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2025/07/S-lyubovyu-4-iyulya.mp4_snapshot_00.54_2025.07.04_14.52.18-150x150.jpg)
![Малыбаев Шамил С любовью 2 июня 2.mp4_snapshot_01.01_[2023.06.02_14.24.11]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2023/06/S-lyubovyu-2-iyunya-2.mp4_snapshot_01.01_2023.06.02_14.24.11-150x150.jpg)
![ЯНИБАЕВ Зайнетдин Сайфитдинович2 С любовью 15 мая 2.mp4_snapshot_00.21_[2024.05.15_14.12.38]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2024/05/S-lyubovyu-15-maya-2.mp4_snapshot_00.21_2024.05.15_14.12.38-150x150.jpg)
![СИБАГАТОВА Минзиля Фасхетдиновна С любовью 12 октября 3.mp4_snapshot_00.15_[2024.10.12_09.56.54]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2024/10/S-lyubovyu-12-oktyabrya-3.mp4_snapshot_00.15_2024.10.12_09.56.54-150x150.jpg)
![ЗАГИТОВА Самсинур Сайфитдиновна С любовью 18 июля 1.mp4_snapshot_01.14_[2025.07.18_15.07.18]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2025/07/S-lyubovyu-18-iyulya-1.mp4_snapshot_01.14_2025.07.18_15.07.18-150x150.jpg)
![АСЫЛГУЖИН Арслангали Азнагулович С любовью 5 июня.mp4_snapshot_00.40_[2024.06.05_13.58.53]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2024/06/S-lyubovyu-5-iyunya.mp4_snapshot_00.40_2024.06.05_13.58.53-150x150.jpg)


















