Абдулгафаров Самат Юсупович

Әзекәй ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге көндә Межгорье ҡалаһында йәшәүсе Абдулғәфәров Самат Йосоп улын күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә иң мөһиме ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, донъя именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ. Ғүмер иртәләреңде бәхеттә, балалар изгелегендә, туғандар ихтирамында, матур уйҙар һәм яҡты өмөттәр менән һау-сәләмәт булып, бергә-бергә ҡаршыларға яҙһын.
Һинең шатлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙеңә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа,
Табып булмай затлы бүләкте.
Барыбыҙ өсөн һин бик ҡәҙерле,
Барыбыҙ өсөн һин бик кәрәкле.
Иҫәнлекте күберәк бирһен Хоҙай,
Ҡалған ғүмерең үтһен шатлыҡта!
Иң изге теләктәр менән: Ғәлләм ағайың, Хәлимә еңгәң, Мәғрифә апайың, Ғаяз еҙнәң, һеңлеләрең Мәхүбә, Сәхибә, кейәүең Баязит, ҡустың Йәмил, киленең Әлфиә

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *