ХАЗБУЛАТОВА Диля Аетбаевна

Ҡәҙерле, яратҡан һеңлебеҙҙе, Хасбулатова Дилә Айытбай ҡыҙын, 55 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Бөгөн һинең тыуған көнөң – иң дәртле, иң сағыу, иҫ китмәле шәп, матур, күңелле байрам! Һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ! Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең аяҙ, кистәрең айлы, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле, ышыныслы терәгебеҙ булып балаларыңдың, яҡындарыңдың, коллегаларыңдың, дуҫтарыңдың изгелектәрен күреп оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын! Иң изге теләктәр менән Әминевтар, Тайыповтар һәм Сафиевтар ғаиләләре.

Тәгәрәһен ғүмер йомғаҡтарың
Көс-ҡеүәтең көн дә өҫтәлһен.
Күңелеңдә булған хыялдарың,
Уй-ниәтең һәр саҡ үтәлһен.
Ҡаршылыҡтар осрамаһын,
Юлдарың гел уң булһын.
Барлыҡ өмөт-хыялдарың
Бөгөндән ҡабул булһын!

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *