Ынйы ҡарлы ҡыштың ҡояшлы көндәренең береһендә беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған кешебеҙ Илгиз Ғәлей улы Ҡаһапов 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ! Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып оҙаҡ йәшә! Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әҙибә, ҡыҙың Юлиә, кейәүең Илдар, ейәнең Илмир, ейәнсәрең Лилиә.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстар менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен әйҙә ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.