Ҡәҙерле, яратҡан апайымды, әхирәтебеҙҙе, Флидә Фәтҡулла ҡыҙын, күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! Иң изге теләктәр менән һеңлең Венера һәм әхирәттәрең.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Оҙаҡ йәшә, бул һин бәхетле.
Яныбыҙҙа һин булғанда ғына,
Табып була оло бәхетте.
Ҡояштыҡы кеүек булһын ғүмрең,
Күҙҙәреңдә нурҙар һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Оҙон булһын һинең ғүмерең,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын!