Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ Ниғмәтуллин Ғәфүр Шәкир улының йөрәге тибеүҙән туҡтауына 17 декабрь – 4 йыл.
Эшһөйәр, тырыш, изгелекле, ярҙамсыл, тирә-яҡтағыларға иғтибарлы, бар булмышы менән бөтәһен дә ҡайғыртып, нур сәсеп йәшәне. Беҙ һине юҡһынабыҙ, яҡшы яҡтан ғына хәтерләйбеҙ. Йөрәк әрней, һағыш һаманда баҫылмай. Урының мәңге ожмахта, йәнең йәннәттә, ауыр тупрағың еңел, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты һәм нурлы булһын.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе белгәндәр беҙҙең менән бергә уны йылы һүҙҙәр һәм яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алһын ине.