Янибаев Сабир Сайфетдинович

27 мартта Һуйыр ауылында тыуып үҫкән, Белоретта йәшәгән һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, Янибаев Сабир Сәйфетдин улына 70 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере бик иртә өҙөлдө. 22 ноябрҙә уның баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә 28 йыл тула.
Ҡәҙерлебеҙҙе белгәндәр, хөрмәт иткәндәр уны ошо көндәрҙә тик яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алһындар ине. Беҙҙең яҡыныбыҙ изге күңелле, баҫалҡы, эшһөйәр кеше ине. Беҙ уны юҡһынабыҙ, һағынабыҙ. Ғәзизебеҙҙең йәне йәннәттә, ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүре нурлы булһын.
Иҫкә алайыҡ
Ҡатыны Минифа, ҡыҙы, улы, кейәүе, килене һәм туғандары.

Author: Администратор

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *