Абдуллина Минсула Суфияновна

Ҡәҙерле туғаным, Миңһылыу Суфыйән ҡыҙы Абдуллинаны 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле, мул тормош теләйбеҙ. Иң изге теләктәр менән: Минифа апайың, Дилә, Флүр, Фәнис, Айгөл, ҡыҙың Эльвира, кейәүең Рәсүл, ейәндәрең Влад һәм Богдан
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең дә
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр тыуған көн үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә тормошта.
Тормош юлың һәр саҡ балҡып торһон,
Нурлы булһын һинең күңелең.
Сәләмәт бул, аҡ бәхеттәр менән
Гел шатлыҡта үтһен һәр көнөң

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *