Шайхисламова

Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге ваҡытта Наурыҙ ауылында ғүмер иткән Гөлнара Лик ҡыҙы Шәйхисламованы 60 йәшлек күркәм байрамы менән ҡайнар йөрәктән ихлас ҡотлайбыҙ. Беҙ һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, туғандарыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп оҙаҡ йәшә! Изге теләктәр менән класташтарың Әдибә һәм Розалия.

Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен әйҙә, ул шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *