Учалы районы Байрамғол ауылында тыуып үҫкән, шунда ғүмер иткән ҡәҙерле Розалия Мәүлитбай ҡыҙы Хәлилованы 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар йөрәктән ихлас ҡотлайбыҙ! Беҙ һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, туғандарыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, оҙаҡ йәшә. Изге теләктәр менән Әдибә һәм Илгиз Ҡаһаповтар.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен әйҙә ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.