ШАКИРОВА Гульнара Вассафовна

Учалы районы Һөйәрғол ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге ваҡытта Белорет ҡалаһында ғүмер иткән ҡәҙерле Гөлнара Вассаф ҡыҙы Шәкированы 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар йөрәктән ихлас ҡотлайбыҙ.
Яҡыныбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле бәрәкәтле ҡартлыҡ, бай оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән класташтарың Зәлифә һәм Әдибә.

Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет-шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *