Хөрмәтле, ҡәҙерле ағайыбыҙ, бабабыҙ Хакимйән Заһит улы Таиповты күркәм юбилейы менән тәбрикләйбеҙ! Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын юллайбыҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Йөрәктән сыҡҡан изге теләктәр менән ҡустың Альфрид, киленең Светлана, туғандарың Эльза һәм Динара, кейәүҙәрең Мансаф һәм Айнур, шулай уҡ Замир, Алмаз, Роберт туғандарың.