Ҡәҙерле киленебеҙ, еңгәбеҙ Малыбаева Гөлсинә Хашим ҡыҙы, йылдың иң матур миҙгеленең иң матур көнөндә был тормошҡа тағы ла йәм өҫтәп донъяға килгәнһең. Һинең үткән тормош юлыңа боролоп ҡарап тик һоҡланырға, өлгө алырға ғына була. Үҙ мәлендә бынамын тигән тормош юлдашы осратып, береһенән-береһе матур, аҡыллы, балаларға ғүмер, өлгөлө тәрбиә, белемдәр биргәнһегеҙ. Күптәр һоҡланырлыҡ, үрнәк алырлыҡ донъя көтәһегеҙ. Гөл-сәскәләргә, матурлыҡҡа күмелгән донъяғыҙ күҙ яуын алһа, һеҙҙең өлгөрлөк, уңғанлыҡ, оҫта ҡулдарығыҙ, яғымлы йөҙҙәрегеҙ күптәрҙе һоҡландыра. Киләсәктә лә ошо матур сифаттарығыҙ, бәхетегеҙ һеҙҙе ташламаһын ине. Һеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, бәрәкәтлеһен, күңел тыныслығы, донъя бөтөнлөгө теләйбеҙ. Үҫтергән, тәрбиәләгән балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, уңыштарына ғорурланып, һәр береһенең донъя ҡорғанын күреп, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләшеп, улар ыңғайына дәртләнеп, йәшәреп йәшәргә яҙһын! Иң изге теләктәр менән Бадыян апайың, Артур, Юлиә, Зөлфирә киленең һәм балаларыбыҙ.
Күңеле алтын кешенең
Байрамы ла күңелле!
Көн дә үткәрәһе килеп
Тора тыуған көнөңдө.
Тыуған көндә үҙеңде
Маҡтайһы килеп тора…
Маҡтамайым, шәплегеңде
Барһы ла белеп тора.
Бәхет кенә алып килһен
Тыуаһы иртәләрең.
Татып йәшә дуҫтар иңен
Һөйгәнең иркәләүен.
Ҡайғылары урап үтһен
Ауырлыҡтар еңелһен:
Юҡҡа-барға баш эйерлек
Кеше түгел инде һин.
Шатлыҡтарың артып торһон
Ҡалҡып торһон кеҫәң дә
Был заманда ул да кәрәк
Нимә генә тиһәң дә.