МУХАМЕТГАЛИН Дим Римович

Белорет районының Үткәл ауылында тыуып үсеп, хәҙерге ваҡытта Белорет ҡалаһында йәшәүсе кейәүебеҙ, бажам, еҙнәбеҙ Мөхәмәтғалин Дим Рим улын матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап, сәләмдәребеҙҙе еткерәбез! Ул бик аҡыллы, сабыр, киң күңелле кеше. Белорет металлургия комбинатында уңышлы эшләп йөрөй.Тормош иптәше Ильмира менән Сәмирхан исемле ул үҫтерәләр. Без уға һаулыҡтың ныҡлығын, ғаилә бәхете, бәрәкәтле мул тормош, шатлыҡ -һөйөнөстәргә төрөнөп оҙон ғүмер итеүен теләйбеҙ.
Ҡотлау менән ҡәйнәң, ҡайнағаң Вадим, еңгәң Альбина,ҡайынбикәң Ирина, бажаң Геннадий, балдыҙҙарың Юлиана һәм Лия, ҡайнештәрең Даниил, Рәвил, Рәлиф.

Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге күгеңдә,
Теләктәрҙең ихлас изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә!
Күпме булһа ерҙә матур теләк,
Бирһен һиңә Хоҙай барын да.
Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын
Һәр бер көндөң матур таңында.

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *