Шаяхметова Нажиба Миниахметовна

Ҡәҙерле, хөрмәтле, һөйкөмлө килендәшем, Нәжибә Миңниәхмәт ҡыҙы Шәйәхмәтованы, 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Бәхет-шатлыҡтар теләп Фәнизә Динисламовна.

Тыуған көндәр һәр саҡ ҡотло булһын,
Һыҙылып та атһын ал таңдар.
Айлы кистәр сағыу нурын бөркһөн,
Шаярышып аҡһын болоттар!
Сәскә таждарына ысыҡ ҡунһын,
Көн дә ҡояш күктә балҡыһын!
Аллаһ үҙе ҡурсып, һаҡлап торһон
Ергә тыуған һәр бер балаһын.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәм,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр.
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен.
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *