Көҙгө ҡояш еребеҙҙе йылы нурҙарына ҡойондорған матур миҙгелдә донъяға ауаз һала беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған кешебеҙ Айгөл Фәйзулла ҡыҙы Ғарипова 35 йәшлек юбилейын билдәләй.
Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар, башлаған эштәреңдә уңыштар теләйбеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, ағайың Илдар, еңгәң Юлиә, ҡустың Илмир, һеңлең Лилиә.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгендә.