САЛИМОВА Гульфия Айнулловна

Ҡәҙерле, хөрмәтле кешебеҙҙе Сәлимова Гөлфиә Айнулла ҡыҙын, 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Тормош иптәше, балалары

Тыуған көндәр һәр саҡ ҡотло булһын,
Һыҙылып та атһын ал таңдар.
Айлы кистәр сағыу нурын бөркһөн,
Шаярышып аҡһын болоттар!
Сәскә таждарына ысыҡ ҡунһын,
Көн дә ҡояш күктә балҡыһын!
Аллаһ үҙе ҡурсып, һаҡлап торһон
Ергә тыуған һәр бер балаһын.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәбеҙ,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр.
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен.
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *