Ҡәҙерле яратҡан тормош иптәшемде, атайыбыҙҙы, олатайыбыҙҙы Рамазан Ҡарағол улы Фазлиәхмәтовты 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Иң изге теләктәр менән ҡатының, улдарың Вадим, Раян, килендәрең Нәйлә, Ләйсән һәм ейәнсәрҙәрең Камила, Йәсминә.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанга.
Һинән гәзиз кеше бармы икән.
Беҙ бәхетле тик һин булганга.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!