Байрамова Райфа Ишмурдиновна

Ҡәҙерле, яратҡан Байрамова Рәйфә Ишмырҙа ҡыҙын 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Донъялағы барлыҡ изге теләктәрҙе генә юллайбыҙ. Ғәлимовтар, Кәримовтар ғаиләләре, ҡустың Тимерхан, киленең Луиза һәм уларҙың балалары

Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һиндәгеләй оло йөрәк, изге күңел
Бик һирәктер әгәр булһа ла.
Башҡаларҙы уйлап йәшәйһең һин,
Инде 60 йәшең тулһа ла.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Юлдарыңа үҫһен аҡ сәсәк
Бөгөнгө көн матурлығынан да
Матур булһын һинең киләсәк.
Күпме булһа ерҙә изге теләк
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуыр көндөң һәр бер таңында!

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *