Мухамедьянов

Белорет районы Ғәбдөк ауылында йәшәүсе Мөхәмәтйәнов Фанияз Әхмәтйән улын күркәм юбилейы менән тәбрик итәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! 55 йәш ул ир-егет өсөн ғүмерҙең ҡап уртаһы ғына. Тормошта үткән юлға һығымталар яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына. Ошо иҫтәлекле көнөң менән ҡотлап, һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө һәм һәр саҡ йылмайып йәшәүеңде теләйбеҙ. Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ғәлиә, улың Денис, киленең Айгөл, ҡыҙың Лилиә һәм барлыҡ туғандарың.

Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән.
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *