КАЛИМОВ Ильгам Нажипович

Ҡәҙерле, һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайым, бабабыҙ Илһам Нәжип улы Кәлимовты күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 55 йәш ир-егет өсөн ғүмерҙең ҡап уртаһы ғына, тормошта үткән юлға һығымталар яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына. Ошо иҫтәлекле көнөң менән ҡотлап, һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө һәм һәр саҡ йылмайып йәшәүеңде теләп тормош иптәшең, балаларың, ейәнсәрең, яҡын туғандарың һәм дуҫтарың.

Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән?
Беҙ бәхетле тик һин булғаға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып.

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *