Ҡәҙерле һеңлебеҙ Шәрипова Нәркәс Вил ҡыҙын 25 йәшлек юбилейы менән ихлас куңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һиңә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башланған эштәреңдә һәм яулаған урҙәреңдә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Һәр саҡ шулай алсаҡ йөҙлө,шат күңелле булып ҡал. Иң изге теләктәр менән Әхмәтҡужиндар ғаиләһе.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-иң ҙур бәхет,тиҙәр,
Ул да һине ситләп уҙмаһын.
Һиңә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғумергә!