Яратҡан ҡыҙыбыҙ, һеңлебеҙ, апайыбыҙ, инәйем Ирина Ҡасим ҡыҙы Мадиярованы 35-йәшлек матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм бары тик күңел түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һинең әле йәшлегеңдең уңыштарға, табыштарға төрөнөп, асылып килгән миҙгеле генә. Киләсәктә лә һөйөү наҙҙарынан айырылмай йәшә. Һәр ваҡыттағыса шат, көләс, һау-сәләмәт булып, тирә-яҡҡа нур сәсеп ғүмер ит. Таңдарың яҡты һәм тыныс, көндәрең һәр саҡ ҡояшлы, төндәрең ай-йондоҙло булһын. Әсә-атайыңдың, туғандарыңдың ғорурлығы, ныҡлы таянысы бул. Һөйгәнеңдән һөйөлөп, балаларыңдың шатлыҡ-һөйөнөстәрен күреп, уларҙың изгелектәренән наҙланып, йылмайып йәшә.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә!
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.