Зөфәр Рәхбәр улы Ғилязовты

Яратҡан ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Зөфәр Рәхбәр улы Ғилязовты күркәм юбилейы менән тәбрикләйбеҙ! Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, беҙгә терәк-таяныс булып бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай һине сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Йөрәктән сыҡҡан изге теләктәр менән ҡатының, ҡыҙың, улың, кейәүең, киленең, ейәндәрең!

Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Оҙаҡ йәшә, бул һин бәхетле.
Яныбыҙҙа һин булғанда ғына,
Табып була оло бәхетте.
Ҡояштыҡы кеүек булһын ғүмерең,
Күҙҙәреңдә нурҙар һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йыфлмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Оҙон булһын һинең ғүмерең,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.

Author: Администратор

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *