КИМАЛОВА Альфира Ахмадеевна

Учалы районы Ҡаҙаҡҡол ауылында тыуып үҫеп, әлеге впҡытта Белорет районы Оло-йылға ауылында йәшәусе хөрмәтле апайыбыҙға Кималова Әлфирә Әхмәдей ҡыҙына ошо көндәрҙә 65 йәш тула. Уны ошо күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм барлыҡ изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Еҙнәбеҙ менән бергә-бергә, балалары ихтирамына, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөүенә төрөнөп, озон-оҙаҡ ғүмер кисерергә насип булһын.
“Бөгөн һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытт ла китмәһен. Сәләмәт бул, тәүфиҡлы бул, бәхетле бул!”
Апай сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Ҡотлауҙар менән туғандарың, кейәуҙәрең һәм уларҙың балалары.

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *