АСЫЛГУЖИН Арслангали Азнагулович

Ноҡат ауылында тыуып үҫкән, Белорет ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшемде, атайыбыҙҙы, олатайыбыҙҙы Аҫылғужин Арыҫланғәле Аҙнағол улын 75 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерле кешебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Ҡотло булһын, атай, тыуған көнөң,
Оҙаҡ йәшә, бул һин ғүмерле!
Яныбыҙҙа һин булғанда ғына
Табып була оло бәхетте!
Һаулыҡ, бәхет теләп, атайыбыҙ,
Беҙ ҡотлайбыҙ бөгөн үҙеңде.
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең,
Ҡабул булһын барлыҡ теләгең.
Матур үтһен ғүмер йылдарың
Алда булһын тағы йәмлерәк.
Иҫән булып оҙаҡ йәшә әле,
Һин кәрәкһең, беҙгә бик кәрәк!
Ҡотлау менән ҡатының Зинфира, ҡыҙҙарың Гөлшат, Альбина, улың Азат, ейәндәрең Денис, Айрат, Алмаз, Ильяс, ейәнсәрҙәрең Алһыу, Ләйсән, Гөлназ

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *