АХМЕТШИНЫ Асгат Игзякович и Савия Ханнановна

18 ғинуарҙа үҙенең матур юбилейын яратҡан атай, ҡайны, олатайыбыҙ Әхмәтшин Әсғәт Игҙәк улы билдәләй. Уға бөгөн 70 йәш! 70 йәш — төплө аҡыл, бай тормош тәжрибәһе туплаған мәл. Һаулыҡҡа, туғандарың һәм яҡындарыңдың һөйөүенә бай бул. Рух көсө ғүмерең буйына етһен. Донъя именлеге, муллыҡ, күңелеңдә тыныслыҡ булһын.
Атай! Һин беҙҙең таянысыбыҙ ҙа, ышанысыбыҙ ҙа, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә әсәйебеҙ Сәүиә Ханнан ҡыҙы менән бергә тормош ҡороп йәшәүҙәренә 45 йыл! Киләсәктә әсәй менән һаман да татыу, өлгөлө пар булып, бер- берегеҙҙең күңел яҡтылығын тойоп, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, балаларығыҙ изгелегендә, хөрмәтендә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Изге теләктәр менән балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ.

Атайыбыҙ -беҙҙең ҡәҙерлебеҙ
Беҙ бәхетле ерҙә һин барға
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *