ГИЛЬМАНОВ

Ҡәҙерлебеҙ тормош иптешем, атайым, кайным, олатайыбыҙ Ғилманов Миңнула Ҡаҙаҡүл улын 65 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ! Киләсәктә беҙгә терәк-таяныс булып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, беҙҙе ҡыуандырып, ҡәҙер-хөрмәттә оҙаҡ йылдар ғүмер итергә яҙһын.

Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.

Иң изге теләктәр менән яратҡан ғаиләң: тормош иптәшең Динә, улың Ринат, ҡыҙың Алһыу, кейәүең Рөстәм, ейәнсәрең Эвелина һәм ейәнең Радмир

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *