М.С.ЯНИБАЕВА

Белоретта ғүмер кисергән ғәзиздәрҙән-ғәзиз һөйөклө әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ ЯНИБАЕВА Миңнифа Суфиян ҡыҙын 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Әсәй! Һин беҙҙең өсөн күңелебеҙҙе иретер ҡояш, ауыр саҡта ныҡлы терәк, төплө аҡыл бирер кәңәшсе, барыбыҙҙы бергә йыйып, йөрәк йылыһын тигеҙ өләшеүсе изге йән. Беҙгә биргән көсөң, һөйөүең, яҡшылыҡтарың өсөн рәхмәт!
Киләсәктә лә иҫәнлектә-һаулыҡта беҙгә терәк-таяныс, кәңәшсе, яҡты маяҡ булып, ихтирамыбыҙға, иғтибарыбыҙға төрөнөп кенә ҡәҙер-хөрмәттә бәхетле оҙон ғүмер кисер.
Изге теләктәр менән ҡыҙың Дилә, улың Фәнис, кейәүең, киленең.

Сабырлығың һинең һары алтын,
Йәй ҡояшы һәр саҡ күңелеңдә.
Һәр ваҡытта йөҙөң көләс булһын,
Балҡып йәшә ғүмер-ғүмергә.
Ҡояш йылыһына йыйылғандай,
Һыйынабыҙ, әсәй, яныңа.
Тормош йәмен, матурлығын тойоп,
Йәшә, әсәй, йәшә тағын да.

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *