СУЛТАНОВ Ханиф Салимгареевич

Межгорье ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, хөрмәтле атайыбыҙ, кешелекле, кеселекле ҡайныбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ — Солтанов Хәниф Сәлимгәрәй улы бөгөн үҙенең күркәм юбилейын — 70 йәшен билдәләй. Ҡәҙерлебеҙ! Һине күркәм юбилейың менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ғүмерең буйы ғаиләңде, туғандарыңды хәстәрләп- ҡурсалап, һәр беребеҙ өсөн борсолоп, күңел йылыңды өләшеп йәшәгәнеңә рәхмәтлебеҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, уныштар, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, бергә-бергә оҙон ғүмер юлы үтергә яҙһын тип теләйбеҙ. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Һин беҙгә оло терәк, һин беҙгә һәр саҡ кәрәк!
Тормош иптәшең Хәбирә, ҡыҙың Гөлсинә, улдарың Ирек, Айҙар, кейәүең Салауат, киленең Тәғзимә, ейән-ейәнсәрҙәрең Әлиә, Сөмбөл, Нилә, Иҙел, Арсен, Наҙгөл.
Беҙҙең өсөн ҙур таяныс булып,
Оҙаҡ йәшә әле был ерҙә.
Йәшәү дәрте, тормош ҡыуанысы
Ташламаһын һине ғүмергә.
70 те лэ ваҡланым бит тиеп,
Йылмай әле, бер ҙә уфтанмай.
Башланмаған тиҫтәләрҙе башлап,
Йәшә әле бер ҙә ҡартаймай.

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *