Газина Юлия Ильгизовна

Белорет ҡалаһында ғүмер иткән Ҡәҙерле, яратҡан ҡыҙыбыҙҙы, тормош иптәшемде, әсәйебеҙҙе Юлиә Илгиз ҡыҙы Ғазинаны матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарың тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-һаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, балаларыңдың изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.

Тыуған көндәр йылда ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет-шатлыҡ һәм таҙалыҡта
Килеп торһон һәр бер көткәне.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Ерҙә шишмә, күктә ҡоштар
Һиңә атап йыр йырлаһын
Дуҫ-иштәрең, туғандарың
Һине гел шулай ҙурлаһын!

Ҡотлау менән: инәйең Әҙибә, атайың Илгиз, тормош иптәшең Илдар, улың Илмир, ҡыҙың Лилиә.

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *