Хөрмәтле яратҡан уҡытыусыбыҙҙы, класс етәксебеҙҙе, Вәлиева Хәтимә Хажи ҡыҙын, оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ошо күркәм көн уңайынан донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе ҡабул итеп алығыҙ! Тормошоғоҙ сағыу буяуҙарҙан торһон, йортоғоҙҙа бәхет хөкөм һөрһөн! Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙе сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, барыһы өсөн дә меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ! Юбилейығыҙ менән тәбрикләп – 1989 йылғы сығарылыш студенттары.
Күпме булһа ерҙә изге теләк-
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгегеҙ йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һеҙгә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!