Һөйөклө, ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйем, ҡәйнәм, өләсәйебеҙ Әдибә Ғәлип ҡыҙы Ҡаһапованы 60 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һин беҙҙең өсөн изге күңелле ғәзиз кеше, кәңәшсебеҙ, йәшәү өлгөбөҙ. Уңғанлығыңа, тырышлығыңа, һәр эшкә лә маһир булыуыңа һоҡланабыҙ, һинең менән ғорурланабыҙ. Беҙ һиңә алдағы тормошоңда аҡ юлдар, бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бәлә-ҡазаның урап үтеүен теләйбеҙ. Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Илгиз, ҡыҙың Юлиә, кейәүең Илдар, ейәнең Илмир, ейәнсәрең Лилиә.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә, матур йәй һымаҡ.
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ.