ДАЯНОВА Алтынбина Хызыровна

Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйебеҙ, апайыбыҙ, инәйебеҙ Данйәнова Алтынбикә Хызыр ҡыҙын 90 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Изгеләрҙән-изге теләктәр менән балалары Зәйтүнә, Нәйлә, Радик һәм яҡын туғандары.

Ғәзиз кешебеҙгә ниҙәр генә теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ул беҙгә иң ҡиммәтле ғүмер бүләк итеп кенә ҡалмай, әлегә тиклем беҙгә изге теләктәре, хәйер-фатихалары, йөрәк йылыһы менән терәк-таяныс булып йәшәй.
Беҙ уға барыһы-барыһы өсөн да сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Һиңә артабан да иҫәнлектә-һаулыҡта беҙгә терәк-таяныс, илһам сығанағы булып тороуыңды, бәхетле, бәрәкәтле, иманлы оҙон ғүмер итергә насип булыуын теләйбеҙ.
Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ!

Әсәйебеҙ — беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, әсәй,
Йөрәгеңдә күптер яралар
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып,
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала!

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *