ШАГАЛИНА Гузель Зиннуровна

Ҡәҙерле, һөйөклө Гүзәл Зиннур ҡыҙы Шәғәлинаны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡото булып, иҫәнлектә-һаулыҡта күңел тыныслығы менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисер! Балаларыңдың ҡыуаныслы хәбәрҙәрен генә ишетеп, изгелектәрен күреп, бәхетле йәшә. Иң изге теләктәр менән Тормош иптәшең Иршат, улың Илмир, ҡыҙың Розалия, киленең Әлиә, кейәүең Азамат, ейән-ейәнсәрҙәрең Гөлназ, Эмилия, Эмир һәм Камил.

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Саьырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *