Мухамадиев Хамза Салаватович

Ҡәҙерле ағайым Мөхәмәҙиев Хәмзә Салауат улын ғүмер байрамы — тыуған көнө мнән ҡотлайым Һәм 60 йәшлек мәртәбәле юбилейы айҡанлы, күңелемдәге иң изге, матур теләктәремде еткерәм. Башлаған эштәре һәр саҡта ла уңышлы, яулаған үрҙәре бейек булһын.
Хәмзә ағайым Белорет районының Ҡаҫмаҡты станцияында йәшәй. Тормош иптәше Гөлшат енгәбеҙ менән бергә бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп , оло тормош юлына аяҡ баҫтырған. Бөгөн улар 2 ейәнгә һәм 6 ейәнсәргә олатай һәм өләсәй. Көньяҡ Урал тимер юлында оҙаҡ йылдар участка мастеры булып абруй, хөрмәт яулаған ағайым иңенә бөгөн дә яуаплы бурыс йөкмәтелгән – ул Абзаҡ ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Ауыр ҙа, етди ҙә эшендә ағайыбыҙға сабырлыҡ, уңыштар, янында бары тик ихлас, ышаныслы дуҫтары һәм изге күңелле кешеләр генә булыуын теләйбеҙ.
Ҡәҙерле ағай! 60 йәш ул аҙ ҙа түгел, күп тә түгел. Тормош һуҡмағынан әлегеләй ғорур, ышаныслы атла. Ғүмер йомғағың тик-шатлыҡ- һөйөнөстәр менән генә үрелеп тәгәрәһен. Бөгөнгө байрамың бары тик изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар, матур көндәр генә алып килһен.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Сәләмәтлек ташламаhын ине,
Һәр юбилей үтhен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булhын hиңә тормошта!
Һуйыр таштай сыҙам, түҙемле бул
Тормош күперҙәрен үткәндә,
Йән һөйгәнең яндарыңда булһын
Яҙмыш һуҡмаҡтарын үткәндә.
Иң изге теләктәр менән бөтә туғандарың исеменән һеңлең Фәнүзә

Author: Администратор

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *