Памяти СУРИНА Гильмана Хасановича

20 ғинуарҙа яратҡан тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ Ғилман Хәсән улы Суринға 73 йәш тулған булыр ине.
Ниңә иртә киттең баҡыйлыҡҡа һин?
Һағына беҙҙең күңелдәр…
Көн дә һине иҫкә алған саҡта
Өҙгөләнә беҙҙең бәғерҙәр.
Киттең бит һин мәңгелеккә, Йәмле йәйҙә беҙҙе ҡалдырып.
Күҙ йәштәрен тыйыр саралар юҡ,
Көндәр, айҙар үтә, ҡайғырып.
Иҫтә тотоп һине, һағынып,
Ҡалды инде бары һөйләргә…
Яҡты донъяларҙан китеп барҙың,
Урындарың булһын ожмахта.
Ятҡан еркәйҙәрең тыныс булһын –
Беҙ теләйбеҙ бары шул хаҡта.
Ғаиләһе.

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *