Кильдин

Ҡәҙерле тормош иптәшемһәматайыбыҙ – Кильдин Ғәлим Һибэт улын 80 йәше тулыу
айҡанлы күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Беҙ һине өҙөлөп яратабыҙ, һинең менән һоҡланабыҙ. Һин бит беҙҙең өсөн оло терәк,
йәшәү бәхете!
Яҡты йөҙлө, изге күңелле, оло йөрәкле, тырыш һәм уңған, сабыр холоҡло тормош
иптәшем һәм атайыбыҙға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәрәкәтле яҡты көндәр
теләйбеҙ. Хоҙай һине күңел тыныслығынан, бәхеттән айырмаһын. Донъя рәхәтлектәре
кисереп, балаларыңа, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, уларҙың изгелектәрен,
ҡәҙер-хөрмәтен күреп, бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!Иң изге теләктәрҙе һәм
ҡотлау сәләмдәрен тормош иптәшең Сәкинә Лут ҡыҙы, ҡыҙың Гөлнара, улың Салауат,
ейәнең Урал һәм барлыҡ туғандарың музыкаль бүләк аша юллай.

Тиңләр инек һине тулған айға,
Саф йөрәгең айҙан нурлыраҡ.
Тиңләр инек һине аҡ ҡояшҡа –
Күңел наҙың, атай, йылыраҡ!
Сабыр, ғәҙел, оло йәнлеһең, һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Ҡайғыларһыҙ үтһен һәр бер көнөң,
Шатлыҡтарға йәшә күмелеп!

Author: Администратор

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *