Ҡәҙерле ҡустыбыҙ, ағайыбыҙ, ҡайнағабыҙ Малыбаев Шамил Рәжәп улы! Бөгөн һинең матур юбилейың -50йәшең!!! Ғүмер байрамың менән ҡотлап һиңә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Туған йәнле, ихлас, киң күңелле, яғымлы, ярҙамсыл кешеһең һин. Бөгөнгө алтын юбилейыңды ғаиләң, балаларың өсөн өҙөлөп торған йүнсел, уңған ир, өлгөлө атай, яратҡан олатай булып ҡаршылайһың. Ғаиләң имен, эштәрең уң, күңелең тыныс булһын. Алдағы ғүмерең балаларыңдың шатлыҡтарына, уңыштарына ҡыуанып, ғаиләң йылыһына төрөнөп, дуҫтар ихтирамына, туғандар хөрмәтенә күмелеп үтһен. Киленебеҙ, еңгәбеҙ менән һеҙҙең парлы, матур тормошоғоҙға ҡарап ҡыуанып, һеҙҙән өлгө алып, шатлыҡтарығыҙҙы уртаҡлашып, аралашып йәшәргә яҙһын. Байрамың ҡотло, һаулығың ныҡлы, ғүмерең оҙон, кеҫәң ҡалын булһын!!!
Тыуған көнөң менән ҡотлап апайың Баҙыян, ҡустың Артур, киленең Зөлфирә, һеңлең Юлиә һәм уларҙың балалары!
Тыуған көнөң менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек!
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп!
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр.
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.