Ғәбдөк ауылында йәшәүсе ҡәҙерле атайымды Ғәлләмов Дамир Ғәбитдин улын 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Алдағы тормошоңда һиңә шатлыҡлы көндәр, ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, бәхетле, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ. Әсәйебеҙ менән 50 йылға яҡын ҡулға-ҡул тотоноп тормош һуҡмағынан атлап, 2 ул һәм бер ҡыҙ балаға ғүмер бүләк иттегеҙ. Балаларығыҙға лайыҡлы тәрбиә биреп, әле лә бар яҡлап терәк-таяныс булып матур донъя көтәһегеҙ. 1 ейәнсәргә, 7 ейәнгә һәм 1 бүләсәргә бәхетле олатайһығыҙ. Киләсәктә нигеҙебеҙҙең ҡотон һаҡлап, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, барыбыҙҙы ла ҡыуандырып оҙон — оҙаҡ йылдар ғүмер итергә насип итһен Хоҙай. Иң изге теләктәр менән ҡатының Хәлисә, улдарың Данир, Эльмар, ҡыҙың Лира, килендәрең Флиҙә, Рәмзилә, кейәүҙәрең Рифат, Рәнис, ейәнсәрең Эльвина, ейәндәрең Илдар, Айҙар, Эльвир, Заһир, Альмир, Руслан, Линар һәм бүләсәрең Аделина
70 йәш — ул ҡартлыҡ түгел,
Ғүмерҙең матур сағы.
Гөрләтеп яҡты тормошта,
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын,әйҙә, ғүмер саптарың.
Ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып
Талмай атла ғүмер үренә
![САХАУТДИНОВЫ С любовью 15 октября 2.mp4_snapshot_00.18_[2024.10.15_18.13.27]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2024/10/S-lyubovyu-15-oktyabrya-2.mp4_snapshot_00.18_2024.10.15_18.13.27-150x150.jpg)
![ЯНИБАЕВ Зайнетдин Сайфитдинович2 С любовью 15 мая 2.mp4_snapshot_00.21_[2024.05.15_14.12.38]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2024/05/S-lyubovyu-15-maya-2.mp4_snapshot_00.21_2024.05.15_14.12.38-150x150.jpg)
![ЗАГИТОВА Самсинур Сайфитдиновна С любовью 18 июля 1.mp4_snapshot_01.14_[2025.07.18_15.07.18]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2025/07/S-lyubovyu-18-iyulya-1.mp4_snapshot_01.14_2025.07.18_15.07.18-150x150.jpg)
![ЯМАЛЕТДИНОВА С любовью 15 июля.mp4_snapshot_00.36_[2023.07.15_14.27.18]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2023/07/S-lyubovyu-15-iyulya.mp4_snapshot_00.36_2023.07.15_14.27.18-150x150.jpg)
![ШАКИРОВА Гульнара Вассафовна С любовью 2 октября 2.mp4_snapshot_00.45_[2025.10.02_14.16.35]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2025/10/S-lyubovyu-2-oktyabrya-2.mp4_snapshot_00.45_2025.10.02_14.16.35-150x150.jpg)

![ФАЗЛИАХМЕТОВА Алия Хабибуллиновна С любовью 1 сентября.mp4_snapshot_00.45_[2025.09.01_13.56.39]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2025/09/S-lyubovyu-1-sentyabrya.mp4_snapshot_00.45_2025.09.01_13.56.39-1-150x150.jpg)
![КАГАПОВА Адиба Галиповна Вспомним 10 декабря.mp4_snapshot_00.37_[2024.12.10_14.52.44]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2024/12/Vspomnim-10-dekabrya.mp4_snapshot_00.37_2024.12.10_14.52.44-150x150.jpg)
![ИШМУХАМЕТОВА Райса Ахмадеевна С любовью 6 ноября 1.mp4_snapshot_00.26_[2023.11.06_14.00.10]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2023/11/S-lyubovyu-6-noyabrya-1.mp4_snapshot_00.26_2023.11.06_14.00.10-150x150.jpg)
![Мусина С любовью 1 мая 3.mp4_snapshot_00.27_[2024.05.01_14.34.01]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2024/05/S-lyubovyu-1-maya-3.mp4_snapshot_00.27_2024.05.01_14.34.01-150x150.jpg)
![Газина Юлия Ильгизовна С любовью 9 января.mp4_snapshot_00.53_[2026.01.09_15.17.36]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2026/01/S-lyubovyu-9-yanvarya.mp4_snapshot_00.53_2026.01.09_15.17.36-150x150.jpg)



















