ЗАГИТОВА Самсинур Сайфитдиновна

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ
Сәмсинур Сәйфитдин ҡыҙы Загитованы
65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас
күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлебеҙ,
һиңәиң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр,оҙон ғүмер,
күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың
изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр
ваҡыт ҡояштай балҡып, тыуған йорттоң утын
һүндермәй, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ.
Әсәй, өләсәй! Беҙҙең мәңге һүнмәҫ ғүмер ҡояшыбыҙ,
барыһы өсөн дә һиңә ҙур-ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.
Һинең һау-сәләмәт, беҙгә оло терәк, кәңәшсе
булып йәшәүең оло бәхет. Иң изге теләктәр
менән улың Ринат, киленең Элина, ейәндәрең
Эмиль, Риана.

Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайыа йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *