САФЕЕВА Рамзия Рухулловна

Ҡәҙерле, яратҡан киленебеҙ, еңгәбеҙ, һәм балаларҙың яратҡан инәйҙәрен Сафеева Рәмзиә Рухулла ҡыҙын юбилейы менән Әминевтар, Хазбулатовтар, Тайыповтар ғаиләләре ҡотлай.
Юбилейың менән!
Һиңә иң элек һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәрәкәтле, имен тормошта, яҡындарыңдың ихтирамын, хөрмәтен тойоп йәшәүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә һиңә тик ыңғай үҙгәрештәр, көтөлмәгән осрашыуҙар насип булһын. Иң мөһиме – бөгөн һәм һәр ваҡыт бәхетле бул!
Мәшәҡәтең, эшең булһа,
Осрашырға дуҫтар булһа,
Йөрәгеңдә булһа һөйөү,
Яҡындарың өсөн көйөү.
Үҙе бәхет!
Ҡайтып килер өйөң булһа,
Йыр һуҙырҙай көйөң булһа,
Башың иҫән, айыҡ аҡыл,
Өҫтәлеңдә һыйың булһа.
Үҙе бәхет!
Һынауҙарға һығылмаһаң,
Сырхауҙарҙан йығылмаһаң,
Йондоҙ күрер күҙең булһа,
Йән йылытыр һүҙең булһа.
Үҙе бәхет!
Үткәндәрҙе иҫкә алып,
Аҡ ниәттән эш башлаһаң,
Тормош биҙәр көсөң булһа,
Ул ҙур бәхет…
Үҙе бәхет!

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *