Ҡәҙерле, һөйөклө Зилә Ишмырҙа ҡыҙы Сибәғәтованы 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Һин күпме ауырлыҡтар күрһәң дә һынманың, бөгөлмәнең. Һинең ғүмер үҙе батырлыҡҡа тиң. Беҙҙе, балаларыңды, кәм-хур итмәй, матур итеп тәрбиәләп үҫтергәнеңә, оло тормош юлына сығарғаныңа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Киләсәктә лә иҫәнлектә-һаулыҡта, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәхетле, бәрәкәтле оҙон ғүмер кисерһәң ине. Беҙ һине яратабыҙ! Иң изге теләктәр менән Байрамовтар, Кәримовтар ғаиләһе, ҡустың Тимерхан, киленең Луиза Хәжиәхмәтовтар.
“Урал” ғына йыры бигерәк моңло,
Башҡорт булыу кәрәк тыңларға.
Һинең кисергәндәр – тормош йыры,
Йөрәк кәрәк уны аңларға.
70 йәш – ғүмер ҡаяһы ул,
Артылғанда аяҡ талһа ла…
Алда үрҙәр көтһөн. Бирешмәйсә,
Барығыҙсы алға – йөҙгәсә!
Ябалаҡлап яуған аҡ ҡарҙарҙай,
изгелектән тора йәнегеҙ.
Фани донъяларҙан кемдәр туйған,
Йөҙ йәшкәсә, әйҙә, йәшә һин!
Һинең алда бөгөн баш эйәбеҙ,
Рәхмәттәрҙән тора һүҙебеҙ.
Һаулыҡ һиңә, ныҡлы сәләмәтлек,
Оҙон-оҙаҡ ғүмер теләйбеҙ!
![ШАГАЛИНА Гузель Зиннуровна С любовью 4 декабря.mp4_snapshot_00.37_[2024.12.04_15.51.08]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2024/12/S-lyubovyu-4-dekabrya.mp4_snapshot_00.37_2024.12.04_15.51.08-150x150.jpg)

![ФАЗЛИАХМЕТОВА Алия Хабибуллиновна С любовью 1 сентября.mp4_snapshot_00.45_[2025.09.01_13.56.39]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2025/09/S-lyubovyu-1-sentyabrya.mp4_snapshot_00.45_2025.09.01_13.56.39-1-150x150.jpg)
![ЯНИБАЕВ Зайнетдин Сайфитдинович2 С любовью 15 мая 2.mp4_snapshot_00.21_[2024.05.15_14.12.38]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2024/05/S-lyubovyu-15-maya-2.mp4_snapshot_00.21_2024.05.15_14.12.38-150x150.jpg)
![КАГАПОВА Адиба Галиповна Вспомним 10 декабря.mp4_snapshot_00.37_[2024.12.10_14.52.44]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2024/12/Vspomnim-10-dekabrya.mp4_snapshot_00.37_2024.12.10_14.52.44-150x150.jpg)
![КАГАПОВ Ильгиз Галеевич С любовью 22 февраля.mp4_snapshot_00.45_[2023.02.22_14.19.40]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2023/02/S-lyubovyu-22-fevralya.mp4_snapshot_00.45_2023.02.22_14.19.40-150x150.jpg)
![Хибатулина С любовью 13 декабря.mp4_snapshot_00.29_[2025.12.13_15.23.24]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2025/12/S-lyubovyu-13-dekabrya.mp4_snapshot_00.29_2025.12.13_15.23.24-150x150.jpg)
![М.С.ЯНИБАЕВА С любовью 3 июня.mp4_snapshot_00.24_[2023.06.03_14.13.38]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2023/06/S-lyubovyu-3-iyunya.mp4_snapshot_00.24_2023.06.03_14.13.38-150x150.jpg)
![Абдулгафаров Самат Юсупович С любовью 6 июня 2.mp4_snapshot_00.46_[2024.06.06_14.36.15]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2024/06/S-lyubovyu-6-iyunya-2.mp4_snapshot_00.46_2024.06.06_14.36.15-150x150.jpg)

![Ахметкужина Гульдар Данисовна С любовью 19 июня.mp4_snapshot_00.24_[2024.06.19_13.54.43]](http://beloreck-tv.ru/wp-content/uploads/2024/06/S-lyubovyu-19-iyunya.mp4_snapshot_00.24_2024.06.19_13.54.43-150x150.jpg)



















