САГИТОВА Зиля Муллагалеевна

Ҡәҙерле, яратҡан тормош иптәшемде, әсәйебеҙҙе, өләсәйебеҙҙе Сәғитова Зилә Муллағәлеевнаны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, балаларыңдың һәм яҡындарыңдың иғтибарын, ихтирамын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән: ғаиләң.
60 йәш — ул ҡартлыҡ түгел,
Ғүмерҙең матур сағы.
Гөрләтеп яҡты тормошта,
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын,әйҙә, ғүмер саптарың.
Ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып
Талмай атла ғүмер үренә

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *