Ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ Яҡупова Лариса Закир ҡыҙын матур юбилейы менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Ҡәҙерлебеҙ, һәр атҡан таңға ҡыуанып, балаларыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшеңдең иғтибарын, туғандарыңдың ихтирамын тойоп, тик шатлыҡ- ҡыуаныста йәшәргә Хоҙай насип итһен! Ҡотлау менән ҡәйнәң, Ғимрановтар ғаиләһе.
Һиңә теләйбеҙ теләктәрҙең
Иң матурын, изгеһен.
Һин йөрөгән юлдарға
Еҫле гөлдәр һибелһен.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңел түренә.
Барыһына ҡанат, терәк булып,
Арымай атла ғүмер түренә!