СИБАГАТОВА Минзиля Фасхетдиновна

Белорет районы Аҙнағол ауылында йәшәүсе һөйөклө әсәйебеҙ Миңзилә Фәсхетдин ҡыҙы Сибәғәтова 10 октябрҙә 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Әсәйебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, еңел булмаған эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ. Беҙҙең изгелектәребеҙҙе күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә беҙгә терәк, кәңәшсе булып бәхетле,оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Һин беҙҙең таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, рух шишмәбеҙ. Беҙ һине яратабыҙ. Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Лира, кейәүең Айҙар, улың Айтуған, киленең Лиана, ейәнсәрҙәрең Регина, Әлиә һәм ейәнең Рәмил.

Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылыһын да, наҙын да.
Шатлығыбыҙ арта һиңәҡарап,
Бәхетле беҙ янда булғанда.
Рәхмәт, әсәй, һиңә мең-мең рәхмәт,
Тик бәхеткә тулһын ғүмерең.
Ерҙә ҡояш нисек кәрәк булһа,
Һиндә беҙгә шулай кәрәкһең.

Author: efir

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *