Белорет ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ғәзиз, һөйөклө кешеләребеҙ – әсәйем, ҡәйнәм, өләсәйебеҙ Әдибә Ғәлип ҡыҙы һәм атайым, ҡайным, олатайыбыҙ Илгиз Ғәлей улы Ҡаһаповтарҙы рубин туйҙары менән ҡотлап, ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! 40 йыл бергә татыу йәшәүегеҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең мөлдөрәмә тулыһын, шатлыҡтарҙың нурлыһын, көндәрҙең иң сағыуын, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ! Килер көндәрегеҙ ҡояшлы, тормошоғоҙ бәрәкәтле, күңел күгегеҙ һәр саҡ аяҙ булһын. Хоҙай һеҙҙе тормош бәрәкәтенән, сәләмәтлектән айырмаһын. Киләсәктә лә шулай изге күңелле, алмаҡ йөҙлө, аҡыллы кәңәшсе, беҙгә терәк-таяныс булып, оҙон-бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Иң изге теләктәр менән ҡыҙығыҙ Юлиә, кейәүегеҙ Илдар, ейәнегеҙ Илмир, ейәнсәрегеҙ Лилиә.